Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Ғинуар , 16:20

Башҡортостан – геройҙар төбәге!

Бөгөн Өфөлә  махсус хәрби операцила һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына Рәсәй Федерацияһы наградалары тапшырылды.

Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Башҡортостан – геройҙар төбәге!

 

Яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй.

Өфөләге Колонналар залында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарына Рәсәй Федерацияһы наградалары тапшырылды. Тантанаға йыйылыусыларҙы сәләмләп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.

 «Бөгөн беҙ һәләк булған геройҙарыбыҙҙың ата-әсәләренә һәм ҡатындарына дәүләт наградаларын тапшырыу өсөн йыйылдыҡ. Уларҙың батырлығы ҡаһарманлыҡ, антҡа һәм Ватанға тоғролоҡ символы. Бөгөн был тантанала  Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Балтик флоты командующийы, адмирал Сергей Липилин да ҡатнаша. Балтик флотында Башҡортостандан күптәр хеҙмәт итә. Унда «Башҡортостан» кәмәгә ҡаршы бәләкәй карабы ла хәрби сафта. Рәсәйҙең диңгеҙ сиктәрен «Өфө»дизель-электр һыу аҫты кәмәһе лә һаҡлай. Тантаналар залына йәш армиясылар, шайморатовсылар, кадеттар килгән. Үҙ юлығыҙҙы һайлағанда бөгөнгө намыҫ, хәрби бурыс һәм батырлыҡтың иң юғары өлгөһө булған ҡаһармандарыбыҙға тиңләшә алаһығыҙ», – тине республикабыҙ етәксеһе һәм һәләк булған яугирҙарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

 Белорет егете, хәрби офицер Владислав Бочаров ҡаланың 8-се мәктәбен алтын миҙалға, армия генералы  В. Маргелов исемендәге  Рязань хәрби-һауа көстәре училищеһын отличие менән тамамлаған.  Балтик флоты хәрби пехотаһының 336-сы айырым гвардия бригадаһында хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция башланғандың тәүге көндәренән разведка ротаһы командиры булараҡ алғы һыҙыҡта йөрөй. Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Владислав Алексеевич Ҡаһарманлыҡ өсөн, генерал Шайморатов ордендары, «Батырлыҡ өсөн», «Хәрби отличие өсөн» , Ушаков миҙалдары менән бүләкләнә.   Гвардия капитаны   былтыр, 22 мартта Запорожье өлкәһендә барған алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була, хәрби заданиенан ҡайтып барғанда дошман дроны уның автомобилен утҡа тота.

Тантанала БР Башлығы Раий Хәбиров менән Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотының Балтик флоты командующийы, адмирал Сергей Липилин ҡаһарман офицерҙың ата-әсәһе Юлия менән Алексей Бочаровтарға Рәсәй Геройының йондоҙон тапшырҙы.

  Бер ниндәй һүҙ ҙә ғәзиз балаһын юғалтҡан ата-әсәне йыуата алмайҙыр.

«Алтын йондоҙ менән бөгөн улыбыҙға бәйле йөрәк һыҙланыуҙарын ҡабул иттек. Был награда–уның хаҡында хәтер символы, балабыҙ өсөн сикһеҙ  ғорурлыҡ та», – тине күҙ йәштәре аша Юлия  Евгеньевна, бүләкте  ҡабул иткәс.

Рәсәй Президентының Указына ярашлы, махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн үлгәндән һуң ефрейтор Руслан Юлдашев,  сержант Фәрит Ғабдулбаянов, рядовой Сергей Медведев , рядовой Шамил Тимербаев  Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булды. Сарала уларҙың ата- әсәләре, ҡатындарына Рәсәй Федерацияһының  ошо юғары наградалары тапшырылды.

                                                             

 

 Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Башҡортостан – геройҙар төбәге!
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас