«Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ғаиләләргә ярҙам итеү, ғаилә мөнәсәбәттәрен үҫтереү, традицион ҡиммәттәргә хөрмәтте нығытыу , ғаилә абруйын нығытыу йәһәтенән яңы аҙымдар яһалыр, тип уйлайым», – ти БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының уҡыу үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы, Өфө ҡала округы советы депутаты, биш бала әсәһе Ирина Сухарева.
– Ил йәки республика етәкселеге йылды ниндәй ҙә булһа темаға арнай икән, ошо йүнәлештә көс-тырышлыҡты туплауға иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәктер. Балалы ғаиләләр республикала халыҡтың артыуын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар – тотороҡло һәм сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе. Беҙҙең республика – ишле ғаиләләр күп булған төбәктәрҙең береһе. Уларға ярҙам күрһәтеү, йәшәү һәм балаларҙы тәрбиәләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, социаль ярҙам саралары дауам ителер, моғайын. Күп балалы ғаиләләрҙе хәстәрләп, ишле ғаилә йәмғиәттә нормаға, тормош философияһына әүерелергә, дәүләт стратегияһының йүнәлеше булырға тейеш. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың да ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаҫ, моғайын.
Республикала ғаилә сәйәсәте һәм балалы ғаиләләргә ярҙам итеү йәһәтенән күп нәмә эшләнә. Профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар алдына яңы бурыстар ҡуйылыр, тип өмөтләнәйек.