Был турала оло ғорурлыҡ менән Архангел районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте яҙҙы: - Архангел районы хакимиәтенә хәрби частың командирынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙҙың хәрби ҡаҙаныштары тураһында хат килде.
Яугир 2022 йылдың сентябрендә контракт буйынса хәрби хеҙмәтен башлай, Үҙәк хәрби округының 2-се армияһында офицер званиеһына ҡыҫҡа курстарҙа уҡый. 2025 йылдың апрелендә рота командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары итептәғәйенләнә һәм уға "кесе лейтенант" званиеһы бирелә. 2025 йылдың сентябрендә ДНР тораҡ пункттарының береһендә махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн "Батырлыҡ ордены" менән бүләкләнә. 2025 йылдың мартында кесе лейтенант, взвод командиры вазифаһында хеҙмәт итеп, Донецк Халыҡ Республикаһының тораҡ пункттарының береһендә дошмандың терәк пункттарын юҡ итеү буйынса хәрби бурысты үтәгәндә шәхси состав менән етәкселек итә. Бойороҡ алғандан һуң "Кащей" командованиеһы аҫтындағы штурм төркөмдәре техникала хәрби хәрәкәттәрҙең алғы һыҙығына сыға. Яҡташыбыҙҙың шәхси составының грамоталы һәм килешеп эш итеүе арҡаһында, штурмлау төркөмдәре дошман оборонаһын өҙөп, уның тылына үтә. Ике терәк пунктты баҫып алғандан һуң, улар дошмандың баҫып алынған сиктәрҙе кире ҡайтарырға маташыуҙарын кире ҡағып, позицияларын һаҡлап ҡала. Дошман пехотаһы подразделениелары юҡ ителә, шулай уҡ гранатометтар ҡулланып, дошмандың "М113" техникаһы ҡыйратыла, был баҫып алынған позицияларҙы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә лә инде. Яугирҙың профессионализмы, тәүәккәллеге һәм юғары ойоштороу сифаттары арҡаһында штурмлау төркөмдәре ҡуйылған хәрби бурысты уңышлы үтәй, терәк пункттарҙы баҫып ала һәм тотоп ҡала, был фронттың шул участкаһында ғәскәрҙәребеҙҙең артабанғы алға барыуын тәьмин итә.Беҙ "Кащей"ға еңеүгә шәхси өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Һау-сәләмәт ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: https://vk.com/amr_arhangel