

“Бөгөн ике ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләндем. Таң менән Һамар һәм Озерное ауылдары араһындағы юлда фажиғә теркәлгән. Юлға килеп сыҡҡан ике ат Mercedes автомобиле аҫтында ҡалған. Бәхеткә күрә, машиналағы йәш егеттәр имгәнмәгән, үҙҙәре махсус хеҙмәттәрҙе саҡыртҡан”, – тип яҙған Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Аттарҙа чиптар һәм яҡтылыҡты ҡайтарғыстар булмаған. Әле полиция көтөүҙең хужаһын эҙләй.