Утҡа һалыр өсөн үҫтермәйбеҙ,
Йөрәк ярып сыҡҡан улдарҙы.
Бишек йырын йырлап төндәр буйы,
Беҙ теләйбеҙ изге доғаларҙы.
Һәр кешенең ғәзиз балаһы бар,
Өмөт иткән яҡын терәге.
Оҙон булһын бала ғүмерҙәре,
Ҡабул булһын әсә теләге.
Яңы ғына үҫеп еткән егет,
Әсә ҡуйынынан айырылып.
Киләсәккә ҙур хыялдар ҡорҙо,
Йәшәр өсөн яңы тормош ҡороп.
Барлыҡ хыялдарын ситкә ташлап,
Йәш ғүмерен ут эсенә һалып,
Тура килде томан араһына,
Утлы юлдар аша барырға.
Йә ,Аллаһым!
Бирсе беҙгә матур,
Тыныс ҡына яҡты таңдарҙы.
Оҙон ғүмер,динле балалар бир,
Киләсәген өҙмә улдарҙың!
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)