Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар , 14:30

Вәт, ғүмер биргән бит Хоҙай!

Хәҙисә Хәмиҙулла ҡыҙы Зөбәйерова– 104 йәшен билдәләгән! Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан инәй йөҙ ташламаған, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй. 

Инәй 19 йәшендә кейәүгә сыҡҡан, әммә бер айҙан һуң ирен фронтҡа алып киткәндәр һәм ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кире әйләнеп ҡайтмаған. Хәҙисә Хәмиҙулла ҡыҙы башҡа кейәүгә сыҡмаған.

 

Ауыр яҙмышына ҡарамаҫтан, Хәҙисә инәй йөҙ ташламаған. Ихлас инәй үткәндәрҙе иҫенә төшөрә һәм ҡыҙыҡлы тарихтар менән уртаҡлаша.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас