

Пенсионерҙы эҙләп табыу өсөн эҙәрмәндәр 25 ғинуарҙа 15:30 сәғәттән 18:30 сәғәткә тиклем Бейбаҡты ауылынан Өфө яғына машинала юлланғандарҙың барыһын да автомобиль видеорегистраторҙарынан яҙмалар килтереүен һорай:
- Водителдәр, зинһар, үҙегеҙҙең яҙмаларығыҙҙы иғтибарлап ҡарағыҙ - бәлки, уларҙа юғалған әбей күренеп ҡалғандыр, һәм һеҙ беҙгә уны табырға ярҙам итә алырһығыҙ. Беҙгә ярҙам итергә теләүселәрҙең барыһына ла 8 (800) 700-54-52 телефонына йәки инфоргтар Анна 89170460469, Юлия 89511167009 телефондарына шылтыратыуҙарын һорайбыҙ.
22 ғинуарҙа Миәкә районында юғалған 71 йәшлек Миңневәзир Ғабдулхаҡ улы Зарипов һәләк булған... Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.