Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар , 14:45

Шок! Әнүәр Нурғәлиев та пластик операция яһатамы?!

Һуңғы арала билдәле артистарыбыҙ, блогерҙар төрлө операциялар яһатып шаҡ ҡатыра. Яңыраҡ ҡына Гөлназ Асаева түш,  йырсы Ринат Рәхмәтуллин  блефаропластика яһатты, блогер «Башкирская домохозяйка» ашҡаҙанын ҡырҡтырҙы, битен тарттырҙы. Сиратта Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевмы?

Шок! Әнүәр Нурғәлиев та пластик операция яһатамы?!
Шок! Әнүәр Нурғәлиев та пластик операция яһатамы?!

–Күп кенә йырсылар сәхнәнән матур күренеү өсөн пластик операция яһата, күҙ ҡабаҡтары өҫтөндәге тиреһен алып ташлай. Әммә мин был алымға ҡәтғи ҡаршымын. Беҙ Аллаһ биргән кәүҙәне һаҡларға тейешбеҙ. Ул бит барыһын да уйлаған, үлсәгән. Икенсенән, ир-егет кешенең йөҙ һыҙаттары ҡырыҫ булырға тейеш, – ти ул.

Ә һеҙ ниндәй фекерҙә, дуҫтар?

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас