Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Января , 10:00

Ир бирмәк - йән бирмәк?!

Ҡайһы бер ирҙәр ҡатындарҙы эҙәрлекләй, ә 54 йәшлек сталкер ханым экс-һөйәркәһен баҫтырған. Шпион яғы сығып, машинаһына GPS-трекер ҙа ҡуйған, телефонына ла, махсус техник саралар яҙамында, ситтән тороп ирекле инә алған.

Ир бирмәк - йән бирмәк?!Ир бирмәк - йән бирмәк?!
Ир бирмәк - йән бирмәк?!

Өфөлә GPS-ҡорамалдар ярҙамында элекке граждан ирен күҙәткән ҡатын суд алдына баҫасаҡ.

Өфө ҡалаһының Совет районы прокуратураһы урындағы 54 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү һығымтаһын раҫлауын белдерҙе:

- Ҡатын мәғлүмәтте йәшерен алыу өсөн тәғәйенләнгән махсус техник сараларҙы законһыҙ тотоноуҙа, шәхси тормоштоң, шулай уҡ хат алышыу, телефон һөйләшеүҙәре, почта, телеграф йәки башҡа хәбәрҙәрҙең серен боҙоуҙа ғәйепләнә.

Тәфтиш версияһы буйынса, 2024 йылдың авгусынан 2025 йылдың февраленә тиклем ҡатын объекттың хәрәкәте тураһында мәғлүмәтте йәшерен алыу өсөн GPS-трекерҙар һатып ала һәм уларҙы элекке граждан иренең ризалығынан тыш уның автомобиленә ҡуя.

Бынан тыш, ғәйепләнеүсе экс-һөйәркәһен көнләшеп, 2024 йылдың июленән сентябренә тиклем уның кеҫә телефонына законһыҙ рәүештә ситтән тороп инеп, ирҙең башҡа ҡатын менән яҙышыуын уртаҡ таныштары араһында тарата.

Ғәйепләнеүсе енәйәттәрҙә ғәйебен танымай, енәйәт эше Өфө ҡалаһының Совет район судына ҡарау өсөн ебәрелгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас