Был хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры Руслан Хәбибов хәбәр итте. Ике мең квадрат метр майҙанлы үҙәк Затон биҫтәһендә төҙөлә. Унда 150 урындыҡ тамашасылар трибунаһы менән спорт залы, тренажер һәм күнекмәләр залдары, кейенеү урыны, административ һәм башҡа ярҙамсы биналар урынлашасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров объектты төбәктең спорт картаһында яңы мөһим нөктә тип баһаланы һәм уны асыуға өҫтәл теннисы буйынса Башҡортостандың бөтә призерҙарын әҙерләргә ҡушты.
Фото:Башинформ.