Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) үҙенең төп талисманы – өкө хаҡында һөйләне. Популяр йырсы үҙенең дә өкө кеүек, төндә уяу булыуын хәбәр итә.
– Ике ҡулымда ике өкө. Ни өсөн өкө? Был тату минең тәүге тәнгә төшөрөлгән һүрәтем.
Ҡош ҡына түгел, ул минең тынлыҡта ижад иткән өлөшөмдөң сағылышы, ҡала йоҡлап китә һәм тик саф уйҙар һәм көйҙәр генә ҡала. Иң мөһим йырҙарым тап төнгө сәғәттәрҙә ижад ителә. Был ҡош минең төп талисманым һәм бөтә буласаҡ тректарҙың авторҙашы. Мин ошо ҡошто өйҙә тоторға хыялланам, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? – ти йырсы.