Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Января , 11:50

Экскурсовод булғығыҙ киләме?

Республикабыҙҙың "Минең бизнесым" үҙәге белем биреү программаһында ҡатнашырға теләүселәрҙән ғариза ҡабул итә.

Экскурсовод булғығыҙ киләме?Экскурсовод булғығыҙ киләме?
Экскурсовод булғығыҙ киләме?

«Гид-экскурсовод» һөнәренә квалификацияны күтәреү программаһы БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында һәм "Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад" милли проекты буйынса

ғәмәлгә ашырыла. Уҡырға Берҙәм реестрҙа теркәлгән эшҡыуарҙар саҡырыла.

Программың маҡсаты — сәйәхәттәрҙе ойошторғанда кәрәкле оҫталығы булған һәм төрлө йәштәге туристар менән эшләү өсөн компетенциялы белгес әҙерләү.

Ғаризалар ошонда (һүҙгә төртһәгеҙ, инеп китәһегеҙ) 5 февралгә тиклем ҡабул ителә. Уҡыу БДАУ базаһында.

Белешмә өсөн телефон: +7 (347) 224-99-99 (доб. 530, 531).

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас