Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Ғинуар , 10:30

Һеҙҙе лә "дипломаттар" эҙләмәйме?

67 йәшлек ҡатын Октябрьский ҡалаһында тыныс ҡына йәшәп ятҡан. Мессенджер аша уға "дипломат" яҙғанға тиклем. Был һиңә ябай ғына ФСБ-шник йәки тәфтишсе түгел, ә сит ил дипломатының үҙе! Нимәгә шылтыратҡан, тиһегеҙме? Һөйөнсө алырға! 

Һеҙҙе лә "дипломаттар" эҙләмәйме?Һеҙҙе лә "дипломаттар" эҙләмәйме?
Һеҙҙе лә "дипломаттар" эҙләмәйме?

Үҙен сит ил дипломаты итеп танытҡан ир ҡатынға сит илдә бик бай туғаны булыуын, вафатынан һуң ҡиммәтле ҡағыҙҙарын һәм әйберҙәрен ҡатынға инселәп ҡалдырыуын хәбәр итә. Шуға тиклем сит илдә туғандары барлығын белмәгән ҡатын хәтәр аптырай, әммә дипломаттың һүҙенә ышана. Ул бит теләһә кем түгел, ә дипломат! Мессенджер аша яҙышһа ни...

Артабан ир, әйберҙәрҙе Рәсәй территорияһына килтереү өсөн юрист бөтә документтарҙы ла әҙерләгән, ти. "Мираҫ" менән ҡыҙыҡһынып, пенсионер ҡатын ниндәй багаж килерен белешә, ләкин дипломат, пакеттың эстәлеген ҡарарға хоҡуғыбыҙ юҡ, ул һанлы код менән йәшерелгән, ә код үҙе ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙа яҙылған, тип аңлата.

Дипломат мираҫҡа инеү тураһында күп һанлы дипломдар һәм сертификаттар ебәрә, уларҙы зыян күреүсе түләргә тейеш була. Шулай итеп, мираҫҡа ризалашып, оло йәштәге ханым бер нисә көн эсендә мошенниктар иҫәбенә 282 мең һум күсерә...

РФ ЭЭМ Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлексәһе ошо факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Полиция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: һаҡ булығыҙ! Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ, улар менән телефон йәки интернет аша һөйләшкәндә уяу булығыҙ, әгәр һөйләшеүегеҙ шикле тойолһа, һөйләшеүҙе туҡтатырға ҡурҡмағыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас