Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Января , 10:25

Башҡортостанда ғәҙәти булмаған сабый тыуған!

Табиптарға уны тыуҙырыу бик ауырға тура килә, ә әсә кеше мөғжизә менән сабыйының иҫән ҡаласағына ышана.

Башҡортостанда ғәҙәти булмаған сабый тыуған!Башҡортостанда ғәҙәти булмаған сабый тыуған!
Башҡортостанда ғәҙәти булмаған сабый тыуған!

 

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары 580 грамм ауырлыҡтағы яңы тыуған сабыйға йәшәп китергә ярҙам итә. Был хаҡта БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Яралғының ваҡытынан алда өҙөлөүе һәм һыуҙың бик аҙ булыуы арҡаһында бала табыу ашығыс рәүештә кесарев киҫелеше операцияһы ярҙамында үтә. Йөклөлөк гестацион гипертиреоз, аналыҡ йәрәхәте һәм хроник гипоксия фонында бара.

 Яңы тыуған сабыйҙың хәле бик ауыр һәм тотороҡһоҙ тип баһалана.

Тәүге реанимациянан һуң уны яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау һәм интенсив терапия бүлегенә күсерәләр. Унда сабыйҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына  тоташтыралар. Табиптар оҙайлы комплекслы дауалау үткәрә, ул пневмонияны һәм барлыҡҡа килгән бронхолегок дисплазияһын дауалауҙы, йөрәк эшен коррекциялауҙы, неврологик өҙлөгөүҙәр менән көрәшеүҙе, анемияны коррекциялауҙы һ.б. үҙ эсенә ала.

 Табиптар

алдынғы белгестәр ҡатнашлығында телемедицина консультациялары үткәрә. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында дауаланғандан һуң, бала реабилитация өсөн 17-се ҡала балалар дауаханаһы стационарына күсерелә. Әлеге ваҡытта сабыйға 11 ай, уның буйы – 65 сантиметр, ауырлығы 7 килограм.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас