Һорауҙарға “эйе” йәки “юҡ” тип яуап бирергә.
- Ғәҙәти көн режимығыҙ бик тығыҙмы?
- Көнөнә ике тапҡыр ғына, әммә яҡшы итеп ашайһығыҙмы?
- Беҙҙең тынғыһыҙ заманда тиҙ әҙерләнә торған ризыҡтарҙы ашау дөрөҫ һәм үҙен аҡлай, тигәнгә ышанаһығыҙмы?
- Көн дә итле ризыҡ ашарға кәрәк, тип иҫәпләйһегеҙме?
- Эс ҡатыуы һәм эс китеүе менән йыш интегәһегеҙме?
- Эсте йомшарта торған дарыуҙарҙы йыш ҡулланаһығыҙмы?
- Ашҡаҙанығыҙ ауыртып йонсотамы, ашағандан һуң үҙәгегеҙ көйәме?
- Миҙгелгә ҡарамай теләгән аҙыҡ-түлекте һатып алаһығыҙмы?
- Ашҡаҙанға ауыр булып торғанда, дарыу ҡулланаһығыҙмы?
- Ғаиләгеҙҙә ашҡаҙан йәки эсәк яман шеше менән ауырыусылар булдымы?
- Эс ҡабарыуҙан йыш интегәһегеҙме?
- Стресҡа йыш биреләһегеҙме?
- Торт, шоколад, кәнфит ашауҙан тыйылып тора алмайһығыҙмы?
- Магазинда һатылған аҡ икмәкте ашайһығыҙмы?
- Геморройҙан яфаланаһығыҙмы?
- Ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә ҡарай алмай торған мәлдәрегеҙ буламы?
- Ашҡаҙанығыҙға йәки эсәктәрегеҙгә операция яһатҡанығыҙ булдымы?
Ете һорауҙан әҙерәгенә ыңғай яуап бирһәгеҙ, тимәк, барыһы ла яҡшы. Аш эшкәртеү менән бәйле бер ниндәй ҙә проблемағыҙ юҡ. Әммә ашҡаҙан-эсәк тракты ниндәйҙер сигнал биреүен көтмәгеҙ, ауырыуҙы иҫкәртеүҙе хәстәрләгеҙ.
Ете һәм унан да күберәк һорауға ыңғай яуап булған осраҡта, бер аҙ хәүефләнергә урын бар.
Ә инде 12 һәм унан да күберәк һорауға ыңғай яуап алһағыҙ, иң ауыртҡан урынығыҙ шул, тип уйларға кәрәк. Бөтә иғтибарығыҙҙы был мөһим проблемаға йүнәлтеп, тиҙ арала дауаланыу сараһын күрегеҙ.