Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Января , 12:00

Ниндәй йоҡо файҙалыраҡ?

Йоҡо кешенең физик һәм психик сәләмәтлеге өсөн бик мөһим.   Ғалимдар үткәргән тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, йоҡоноң оҙайлығы ғына түгел, ә уның сифаты һәм кешенең нисек ятып йоҡлауына ҡарап, сәләмәтлеккә лә йоғонтоһо төрлөсә.  Шулай итеп, уң яҡҡа ятып йоҡлау яҡшыраҡмы, әллә һул яҡҡамы?

Ниндәй йоҡо файҙалыраҡ?Ниндәй йоҡо файҙалыраҡ?
Ниндәй йоҡо файҙалыраҡ?

Һәр кемдең өйрәнгән ғәҙәте була: берәүҙәр салҡан ятып йоҡларға ярата, икенселәр – йөҙтүбән, кемдер уң яғында, ә кемдер һул ҡабырғаһына ятып йоҡларға өйрәнгән. Ә бына нисек ятыуыңдың һаулыҡҡа туранан-тура йоғонтоһо тураһында күптәр белмәйҙер ҙә.

Табиптар фекеренсә, арҡаға ятып йоҡлау тын алыуҙы ауырлаштыра. Шулай йоҡларға яратҡан кешеләр төндә йышыраҡ  хырылдай ҙа. Тикшереүҙәр уларҙың ҡанында кислородтың аҙыраҡ булыуын да күрһәтә. Ә был иһә, үҙ сиратында, респиратор ауырыуҙар үҫеше хәүефен арттыра.

Уң яҡҡа ятып йоҡлау ғәҙәте аш эшкәртеү системаһы менән проблемаларға килтереүе ихтимал. Лимфа системаһы эшмәкәрлегенең әкренәйеүе организмдан токсиндарҙы сығарыуҙы тотҡарлай. Был хәүефле ауырыуҙарҙың көсәйеү ҡурҡынысын арттыра.

Иң файҙалыһы – һул яҡҡа ятып йоҡлау. Ул ашҡаҙан менән ашҡаҙан аҫты биҙенең эшмәкәрлеген яҡшырта, лимфа системаһына организмда йыйылған ағыулы матдәләрҙе һәм ҡалдыҡтарҙы сығарырға булышлыҡ итә, аш эшкәртеү системаһының эшмәкәрлеген әүҙемләштерә.

Дөрөҫ ятып йоҡлау өсөн:

  1. Һул яҡтан күберәк урын ҡалдырып ятырға тырышығыҙ. Был осраҡта уң яҡҡа ятыу уңайһыҙ һымаҡ тойолор һәм һеҙ һул яҡҡа әйләнеп ятырға мәжбүр булырһығыҙ.
  2. Төнгө лампаны карауаттың уң яғынан ҡуйығыҙ. Йоҡлаған ваҡытта яҡтылыҡ төшмәһен өсөн, үҙенән-үҙе һул яҡҡа әйләнеп ятырһығыҙ.

 Әлбиттә, иң мөһиме – йоҡоғоҙ тыныс һәм татлы булһын! Йоҡо туйып тороуға бер нәмә лә етмәй: кәйеф тә яҡшы, эшкә һәләтлелек тә юғары.  

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас