+17 °С
Облачно
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Января , 10:00
Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн
Күҙҙәрегеҙ насар күрә башланымы? Түбәндәге төнәтмәләр күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итә.
Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн
Бер үк күләмдә алынған ҡурай еләге менән ҡара көртмәлене бергә бутағыҙ һәм көн дә ошо ҡатнашманы ашағыҙ. Әйткәндәй, ҡара көртмәле күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн иң яҡшы сара һанала, уны сикләмәй ашарға мөмкин.
Өс балғалаҡ ваҡланған аир (ҡылыс үлән) тамырына өс стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ярты сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр ¼ стакан эсергә.
Көн дауамында өс-дүрт сәғәт һайын бишәр лимонник емешен ашарға һәм йәшел сәй эсергә.
Алты ҡалаҡ ваҡланған аҡтамыр тамырына биш стакан таҙа һыу ҡойоп, һыуының дүрт өлөшө ҡайнап бөткәнсе бешерергә. Әҙер төнәтмәне көнөнә дүрт-биш тапҡыр берәр ҡалаҡ эсергә.
Балғалаҡтың ¼ өлөшөндәге балды ярты стаҡан ҡуйы итеп бешерелгән сәй менән бутарға һәм көнөнә өс тапҡыр бишәр тамсы күҙгә тамыҙырға.
Төнгөлөккә берәр стакан баллы һыу эсеп ятығыҙ (бер стакан һыуға бер балғалаҡ бал).
Көн һайын бер стакан яңы һығылған кишер һутына ярты балғалаҡ зәйтүн майы ҡушып эсегеҙ.
Күреү һәләтен яҡшыртыу өсөн гөлйемеш төнәтмәһе бик яҡшы. Дүрт балғалаҡ ваҡланған емешкә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут бешерергә. Бер стакан йылы төнәтмәгә бер балғалаҡ бал ҡушып эсергә.
Шулай уҡ күҙ үткерлеген яҡшыртыу өсөн көнөнә 150 г имбир менән ҡыҙыл сөгөлдөргә берәр ҡалаҡ лимон һуты һәм зәйтүн майы ҡушып эшләнгән салат ашарға кәңәш ителә.
Ике балғалаҡ ваҡланған кесерткәнгә ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, биш минут ҡайнатырға. Һуңынан марля аша һөҙөп алып, йәшел сәй ҡушып бутарға һәм көнөнә яртышар стакан эсергә.
Бер балғалаҡ киптерелгән тырнаҡ гөлөнә (календула) бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, йылы урында өс-биш минут төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Әҙер төнәтмәне дүрт-алты сәғәт һайын берәр стакан эсергә. Бал ҡушырға мөмкин.
Бер балғалаҡ кипкән укропҡа бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм биш минуттан әҙ-әҙләп йотомлап эсергә. Был төнәтмәне көнөнә ике тапҡыр эсергә тәҡдим ителә.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"