Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Января , 14:53

Ҡыйбатлы авто, хуш...

Балаҡатай районында суд иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн ирҙән ҡиммәтле сит ил автомобилен тартып алған.

Ҡыйбатлы авто, хуш...Ҡыйбатлы авто, хуш...
Ҡыйбатлы авто, хуш...

2025 йылдың сентябрендә иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн ир административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бер айҙан һуң "Черри Тигго 7 Про Макс" маркалы автомобилендә Майғаҙы ауылына барған сағында уны ДАИ хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, водитель ныҡ иҫерек хәлдә була.

Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный.

Суд уға 280 сәғәт мәжбүри эш төрөндә яза тәғәйенләй һәм 2 йылға транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итә, шулай уҡ машинаһын дәүләткә конфискациялай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас