Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Января , 11:12

Буллинг ҡорбаны - 14 йәшлек үҫмер

Күмертауҙа 14 йәшлек малайҙы бер төркөм синыфташтары һәм башҡа үҫмерҙәр ыҙалатҡан.   

Буллинг ҡорбаны - 14 йәшлек үҫмерБуллинг ҡорбаны - 14 йәшлек үҫмер
Буллинг ҡорбаны - 14 йәшлек үҫмер

Рәсәй Тәфтиш комитетының мәғлүмәт үҙәгенә бер ҡатын Күмертау ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә 14 йәшлек улына ҡарата хоҡуҡҡа ҡаршы ғәмәлдәр ҡылыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итә.

Оҙайлы ваҡыт дауамында бер төркөм синыфташтар һәм башҡа уҡыусылар малайҙы мыҫҡыллай, ҡурҡыта, шулай уҡ уның намыҫын һәм дәрәжәһен түбәнһеткән ғәмәлдәр ҡыла. Ағымдағы йылдың ғинуарында үҫмерҙәр бер сәбәпһеҙ уны урамда туҡмай. Зыян күреүсе күп һанлы йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Уҡыу йорто етәкселәренә мөрәжәғәт итеү һөҙөмтә бирмәй, яуап саралары күрелмәй.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығында процессуаль тикшереү ойошторолған.

Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Иванович Бастрыкин Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Юғары идаралығы етәксеһе Владимир Владимирович Архангельскийға енәйәт эше ҡуҙғатырға һәм тәүге тәфтиш эштәре барышында асыҡланған ваҡиғалар тураһында, ә тикшереү тамамланғас - уның һөҙөмтәләре тураһында доклад бирергә ҡушҡан.

Тапшырыуҙың үтәлеше ведомствоның үҙәк аппаратында контролгә ҡуйылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас