Краснокама районының Яңы Кама ауыл хакимиәте башлығы аҡса урлауҙа ғәепләнеп, хөкөм ителән.
Республика прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, ир махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мәрхүм туғанының ялған банк картаһы менән уның бер миллион һум самаһы аҡсаһын алған. Әммә быны туғандары белеп ҡалып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған – аҡсаны кире ҡайтарған.Хәҙер енәйәт эше артабан тикшереү өсөн Нефтекама ҡала судына ебәрелгән.