Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар , 14:45

Бушлай комплекслы белем биреү программаһы

Башҡортостанда "Үҙ (СВОй) ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы" мәғариф программаһына ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Бушлай комплекслы белем биреү программаһы
Бушлай комплекслы белем биреү программаһы

15 февралгә тиклем Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ күнекмәләрен формалаштырыуға һәм үҙ эшен асыуға йүнәлтелгән бушлай комплекслы белем биреү программаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.

Проект махсус хәрби операцияла (СВО) ҡатнашыусыларҙың ҡатындарына, әсәләренә, ҡыҙҙарына, шулай уҡ операцияла туранан-тура ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙарға йүнәлтелгән. Программаны Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы ярҙамында "Минең бизнесым" АНО үҙәге "Башҡортостан Республикаһының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығы" үткәрә.

- "СВОй ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы" проекты "Эффектлы һәм конкурентлы иҡтисад" милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Программа эшҡыуарлыҡ, маркетинг, финанс һәм идара итеү нигеҙҙәрен өйрәтеүҙе күҙ уңында тота, шулай уҡ һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек, тәжрибә уртаҡлашыу һәм үҙ-ара ярҙам итеү өсөн мөхит булдыра, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

"СВОй ҡатын-ҡыҙҙар бизнесы" программаһы 16 февралдән 30 мартҡа тиклем үтә. Белем биреү блогынан тыш, ҡатнашыусылар үҙ проекттарын эшләй, реаль бизнес-кейстарҙы өйрәнә һәм практик эш өсөн инструменттар үҙләштерә. Уҡытыуҙы абруйлы комиссия алдында инициативаларҙы яҡлау менән тамамлайҙар.

Теркәлеү һылтанма буйынса 15 февралгә тиклем: https://rusladyrb.ru/svoi?clckid=d48943c8

Ошо турала мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/28251/

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/28251/

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас