Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Ғинуар , 14:00

Ай маладис, таксист!

...Таксист ир әбейҙән әрләнеп-әрләнеп булһа ла, уны полицияға алып барған. Ысын полиция хеҙмәткәрҙәренә лә пенсионер ышанмай, һөйләшергә теләмәй ҡаңғырған. Ҡыҫҡаһы, оло йәштәге ҡатынды саҡҡа күмәкләп муттарҙың йоғонтоһонан аралап алғандар. 

Ай маладис, таксист!Ай маладис, таксист!
Ай маладис, таксист!

Благовещен ҡалаһында йәшәгән пенсионер ҡатындың тарихы билдәһеҙ номерҙан шылтыратыуҙан башлана. Үҙен тәфтишсе тип таныштырған ир, мошенниктар аҡсағыҙҙы урларға теләй, шуға ла тупланмаларығыҙҙы тиҙерәк үҙегеҙгә алыр кәрәк, тип хәбәр итә. Пенсионер банкоматҡа ашыға. Тик аҡсаһын алырға маташҡанда картаһын блокка ҡуялар.

Икенсе көндө ялған "тәфтишсе" карта тураһында белешә лә, әбейҙе банкка ебәрә. Финанс учреждениеһына барып ҡайтҡас, пенсионер картаның һаманғаса блокта булыуын әйтә. Шул саҡта мутлашыусы уның өйөндә һаҡланған аҡса тураһында һораша. Ыңғай яуап алғас, шул тупланманы "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсерергә ҡуша. Әбей 800 мең һумдан ашыу аҡсаһын аферистарҙың иҫәбенә күсерә.

Пенсионер Благовещенда аҡса ала алмағас, енәйәтселәр, үҙҙәре такси саҡыртып, уны Өфөгә ебәрә. Сәфәр ваҡытында һәр ваҡыт бәйләнештә булғандар.

Такси водителе Владислав Кузнецов пассажирҙың телефон аша һөйләшеүен, йыш ҡына "банк", "аҡса" һәм "тәфтишсе" тигән һүҙҙәрҙе ҡулланыуын ишетә. Уның мутлашыусыларҙың йоғонтоһо аҫтында булыуын аңлағас, полицияға хәбәр итергә була. Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре янында туҡтап, булған хәл тураһында һөйләй. Тәртип һаҡсылары шунда уҡ уларҙы яҡындағы полиция бүлегенә оҙата. Пенсионер ҡатын оҙаҡ ваҡыт шоферға һәм полицейскийҙарға ышанмай.

Шулай итеп, Владислав Кузнецовтың уяулығы пенсионер ҡатындың ҡалған аҡсаһын һаҡларға ярҙам итә.

Яҡын арала Владислав Валерьевич Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығына мутлашыуҙы иҫкәртеүҙә күрһәткән ярҙамы өсөн бүләкләүгә саҡырыласаҡ, тип белдерҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Ә бер водитель машинаһынан яҙған: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-01-23/yybatly-avto-hush-4548799

Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас