Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Января , 07:15

Янғындар!

Башҡортостанда 2026 йыл башынан алып 20 ғинуарға тиклем 230 янғын теркәлгән. Ут 11 кешенең үлеменә сәбәпсе була.

Янғындар!Янғындар!
Янғындар!

Хәйбулла районы Бүребай ауылында ағас йорт янып киткән. "Ҡыҙыл әтәс"те Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре ауыҙлыҡлаған.

Янғын һөҙөмтәһендә 56 йәшлек ир йәрәхәтләнә, ул ашығыс рәүештә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына оҙатыла.

Ваҡиғаның сәбәбе һәм шарттары асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе эшләй.

Кисә кисен Өфө ҡалаһының (Калинин районы) Йылҡыбай ауылында ике ҡатлы ағас йорт яна. Беренсе янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы килеп еткәнсе, уттан 20х15 метрлыҡ брустан төҙөлгән йорт ярайһы уҡ зыян күрә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғын һүндереүселәренең оператив һәм килешеп эш итеүе арҡаһында янғын локализациялана һәм һүндерелә. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар, йәрәхәтләнеүселәр юҡ.

Янғын сәбәбе асыҡлана. Ваҡиға сәбәптәрен тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе үткәрә.

Рәсми мәғлүмәттәренә ярашлы, көндәр -15 °С-ҡа тиклем һыуынһа ла, янғындар һаны уртаса 30 процентҡа арта.

Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Электр үткәргестең торошон даими тикшерегеҙ, электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш төшөрмәгеҙ, йылытыу приборҙары менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ.

Янғын сыҡҡанда 101 йәки 112-гә шылтыратығыҙ.

Әйткәндәй, уҙған тәүлектә республикала 9 янғын теркәлгән.

Фото: https://web.max.ru/-69197923551776

 

 

Янғындар!
Янғындар!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас