Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар , 15:00

Тайып ҡолауҙан һаҡланығыҙ!

Ҡышын йәрәхәтләнеү хәүефе лә көслө.  Юлдар тайғаҡ, ҡайһы бер осраҡта юл өҫтө – ҡар, ә аҫтында боҙ була.  Абайламай баҫһаң, тайып йығылыуыңды көт тә тор.

Тайып ҡолауҙан һаҡланығыҙ!
Тайып ҡолауҙан һаҡланығыҙ!

 

  Шунлыҡтан  аяҡҡа таймай торған итек-быйма кейергә һәм бик һаҡ булырға кәрәк.

Иң мөһиме – үҙегеҙгә артыҡ зыяны булмаһын өсөн дөрөҫ ҡоларға өйрәнеү.  Белгестәр бер яҡ ҡабырғаға ҡоларға кәңәш итә. Ҡолаған ваҡытта бер ҡасан да ҡулға таянырға ярамай, ҡушҡар һөйәген һындырыу ихтималлығы көсәйә. Артҡа ла ҡоларға тырышмағыҙ, баш менән боҙло ҡарға бәрелеү – бик насар.  Иң хәүефлеһе – ҡолаған ваҡытта артҡа ултыра төшөү: ололарға  – аяҡты төптән һындырыу, йәштәргә ҡоймос һөйәген йәрәхәтләндереү ҡурҡынысы янай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас