Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар , 12:30

Милли проект ярҙамында – яңы маршрут

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты ярҙамында Башҡортостандың Мәләүез районында «Нөгөш – Күперле» яңы туристик маршруты барлыҡҡа килде. Ул урындағы эшҡыуарға бизнесын киңәйтеү мөмкинлеге бирҙе.

Милли проект ярҙамында – яңы маршрутМилли проект ярҙамында – яңы маршрут
Милли проект ярҙамында – яңы маршрут

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса проектты ғәмәлгә ашырыуға 1,27 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән, инвесторҙың үҙ аҡсаһы 1,32 миллион һум тәшкил иткән.

Илдус Смаков эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген 2019 йылда «Шарлауыҡ янындағы йорт» туристик базаһын булдырып башлай. Ул мунсалар, мангал зоналары, коммуникациялар, кондиционерҙар менән ике ҡунаҡ йорто төҙөй — туристар оҙайлы йәйәүле сәйәхәттән һуң тәбиғәттә цивилизацияның ғәҙәти шарттарынан айырылмайынса ял итә алһын өсөн кәрәкле нәмәләр.

– «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса ярҙам ысын этәргес булды: «Нөгөш – Күперле» маршруты кешеләрҙе йәлеп итә, – ти эшҡыуар.

Фото: Контента | Инфоповод

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас