

Был турала БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә:
- Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район суды 26 йәштән 51 йәшкә тиклемге алты кешегә ҡарата хөкөм ҡарары сығарҙы. Ролдәре һәм ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, улар алдан килешеп, кеше ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле булған көс ҡулланып, аҡса эшләү маҡсатында кешеләрҙе урлауҙа ғәйепле, тип табыла.
Судта асыҡланыуынса, ир торлаҡ менән тәьмин ителгән хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн коммерция ойошмаһын теркәй. Коммерсант һәм уның иптәше Өфө һәм Шишмә райондарында ҡуртымға алынған ике ҡатлы коттедждарҙа алкоголь һәм наркотиктарға бәйлелек менән ауырығандарҙы реабилитациялау буйынса үҙәк ойоштора.
Артабан улар үҙ эшмәкәрлегенә тағы ла ете ҡатнашыусыны йәлеп итә, уларҙың ролдәре аныҡ бүленә.
Ҡатнашыусылар дүрт гражданды көс ҡулланып, иректән мәхрүм итеп, реабилитация үҙәгенә алып китә.
Уларға ҡарата карауатҡа бәйләү, һыуыҡ һыу менән ҡойондороу, шәхесен кәмһетеү юлы менән физик һәм әхлаҡи-психологик йоғонто яһау системалы рәүештә ҡулланыла. Тәҙрәләргә металл рәшәткәләр ҡуйыла, тәҙрә тотҡалары алына, ҡойма һәм ишек йоҙаҡҡа ябыла - кеше бер нисек тә унан сыға, ҡотола алмай.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре законһыҙ эшмәкәрлеккә юл ҡуйғанға тиклем шунда интегәләр.
Суд енәйәтселәргә 5 йылдан алып 5 йыл 6 айға тиклемге срокка иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Өсәүһенә махсус һәм ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияларында ултырырға тура киләсәк, тағы ла икәүһенә шартлы рәүештә яза бирелә, һәр береһенә 4 йылға һынау срогы билдәләнгән. Енәйәтселәрҙең береһенә уның балаһына 14 йәш тулғанға тиклем яза биреүҙе кисектереп торалар.
Ойоштороусыға һәм ике енәйәтсегә ҡарата эш материалдары айырым производствоға бүленгән.
Фото һәм видео: https://web.telegram.org/k/#@bashproc