Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар , 15:06

Еңел аҡса

Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙгә еңел аҡса тәҡдим итәләр – интернет‑магазиндарҙа тауарҙарға баһалама яҙырға. Мауыҡтырғыс яңғырай, шулай бит? Әммә һаҡ булығыҙ, был мутлашыусылар тоҙағы булыуы ихтимал.

Еңел аҡсаЕңел аҡса
Еңел аҡса

Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, схема түбәндәгесә эшләй:

аферистар ҡорбандары менән мессенджерҙа элемтәгә инә һәм онлайн-эш тәҡдим итә. Бының өсөн интернет-магазиндағы тауарҙарға баһалама ҡалдырырға, ә заказды күрһәтелгән тапшырыу пунктына яҙҙырырға кәрәк. Ҡулланыусы заказ яһап «эш биреүсегә» тауарҙы алыу кодын ебәрһә, аҡса урынына мутлашыу ҡорбаны булыуы тураһында хәбәр ала.

Бындай тәҡдимдәргә ышанмағыҙ – хеҙмәттәшлек шарттарын тик рәсми маркетплейс каналдары аша тикшерегеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас