

Республика перинаталь үҙәге табиптары 24,5 аҙналыҡ булып, 480 грамм ауырлыҡта тыуған ҡыҙ баланы ҡотҡарған.
Ошо турала БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин яҙҙы:
- Төбәктә яңы тыуған сабыйҙар өсөн медицина ярҙамы системаһы әүҙем үҫешә, табиптар хатта иң бәләкәй һәм ауыр пациенттарҙы ла тәрбиәләп "аяҡҡа баҫтырыуҙа" юғары һөҙөмтәлелек күрһәтә.
Бик аҙ ауырлыҡтағы балаларҙың тере ҡалыуы 90,5 процентҡа етә. Был "Ғаилә" милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә, перинаталь үҙәктәрҙе заманса технологиялар һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу арҡаһында мөмкин булды. 2025 йылда ошо проект сиктәрендә республиканың перинаталь үҙәктәрендә 114 берәмек медицина техникаһы, шул иҫәптән үпкәләрҙе яһалма вентиляциялау аппараттары һәм яңы тыуған балаларҙың торошон мониторинглау системаһы яңыртыла.
Үлем күрһәткестәренең түбәнәйеүе лә иғтибарға лайыҡ: 2024 йыл менән сағыштырғанда перинаталь үлем 20,9 процентҡа, ә иртә неонаталь - 36,4 процентҡа кәмегән. Был әсәләр һәм балалар һаулығын һаҡлау өлкәһендә ҙур уңыштар тураһында һөйләй.
2026 йылда беҙ медицина учреждениеларын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ, был иһә ваҡытынан алда тыуған һәм ауыр сирле сабыйҙарға тағы ла һөҙөмтәлерәк ярҙам итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@DrRakhmatullin