Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар , 19:00

Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?

  Бөгөн Максим Серафимов исемендәге "Патриот " паркында йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең  "Дәүләт старты.Башҡортостан "  республика форумы асылды.

Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?
Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?

Дәүләт хеҙмәтендә эшләгән  йәш белгестәрҙе берләштереү,уҡытыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған сарала  200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Ауыл , район хакимиәттәрендә, төрлө министрлыҡ-ведомстволарҙа, БР Хөкүмәтендә эшләгән егет-ҡыҙҙар  дәүләт һәм мунципаль эш йүнәлешендә лекциялар тыңлап, дискуссияларҙа ҡатнашасаҡ, билдәле сәйәсмәндәр менән осрашасаҡ.

  Форумға килеүселәрҙе тәүге көндө  БР йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров тәбрикләне. Ул дәүләт органдарында эшләгән йәштәргә илдең тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын билдәләп, хәҙер үҫеш өсөн күп мөмкинлектәр булыуын әйтте.

-  30 йыл буйына йәштәр сәйәсәте мәктәп уҡыусыларына һәм студенттарына йүнәлтелгән ине. Хәҙер беҙҙең йүнәлеш икенсерәк төҫ алды. Беҙ формаль булмаған йәмәғәтселек ойошмалары, ауыл йәштәре  менән дә эшләйбеҙ, әммә төп иғтибар бөгөн  эшләүсе йәштәргә йүнәлтелгән. Үҙҙәрен дәүләт хеҙмәтендә эшләүгә арнағандар ҙа  бөгөн иғтибар үҙәгендә булырға тейештер. Күптәрегеҙ ваҡыт үтеү менән Башҡортостандың  идара итеү командаһы составында буласаҡ .Был сара һеҙҙең өсөн файҙалы булыр, – тине һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәрен профессиональ әҙерләүҙең мөһимлеген билдәләп, форумда ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.

Ил һәм республика үҫешенең ҡатмарлы осоронда дәүләт хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарын һөҙөмтәле үтәргә һәм Башҡортостан иҡтисадының һәм социаль өлкәһенең тотороҡло эшен тәьмин итергә тейеш. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса  урынбаҫары Данияр Абдрахманов “Хәҙерге заман шарттарнда  ижтимағи-сәйәси саҡырыуҙар” темаһына  арналған сығышында ла был хаҡта әйтеп үтте. Ул йәштәргә  республикалағы  хәл ,үҙгәрештәр халыҡ менән бәйләнеш, МХО ветерандарын яҡлау саралары тураһында һөйләне.

Форума ҡатнашыусылар  БР Башлығы ярҙамсыһы, Махсус хәрби операция ветерандары  ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡовтың сығышын мауығып тыңланы. Кисәге хәрби разведчик   Рәсәйҙең ни өсөн махсус хәрби операция иғлан итеүенең сабәптәрен аңлатып, төрлө яҡлап үҫешкән илебеҙҙең бөтөнлөгө һәм көслө булыуы   беҙҙең дошмандарға тыңғы бирмәүен билдәләне.

– Һуғыш бөткәс тә Көнбайыш илдәр тынысланмаясаҡ, проблемалар күп буласаҡ. Республика яугирҙәребеҙгә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү өсөн  барыһын да эшләргә тейеш. МХО ветерандарынының етәкселек итеү һәләттәрен асҡан  “Башҡортостан геройҙары” проекты уңышлы эшләп килә. Улар ҙа – переспективалы кадрҙар резервы, – тине  һәм яугирҙарҙың, уларҙың ғаилә ағзаларын борсоған проблемаларға битараф  булмаҫҡа саҡырҙы.

"Дәүләт старты.Башҡортостан "  республика форумында ҡатнашыусы йәштәр араһында Бөрйән районының Аҫҡар  ауылы хакимиәте башлығы Биктимер Мырҙабулатов та бар.

- Дәүләт хеҙмәткәрҙәрен профессиональ әҙерләү кәрәк. Бындай форумдар колегаларыбыҙ менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бирә.  Үҙ эшебеҙҙә  ҡулланырлыҡ фәһемле туплап та ҡайтабыҙ, – ти йәш етәксе сара тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашып.

   Форум эше иртәгә лә дауам итәсәк, йәш етәкселәр, белгестәр һөнәри компетенцияларын үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ.

 

Юлай Кәримов фотолары.

 

Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?
Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?
Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?
Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?
Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?
Дәүләт хеҙмәте ниндәй талаптар ҡуя?
Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас