Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар , 10:00

Ауырыу үпкәгә һәм ҡурылдайҙарға төшһә...

 Ҡышҡыһын  ауырыуҙарҙың көсәйгән мәле:  һалҡын тейеп бара, йә вируслы инфекция, йә киҙеү йоға. Бер ауырый башлаһаң, тиҙ генә йүнәлермен  тимә.

Ауырыу үпкәгә һәм ҡурылдайҙарға төшһә...
Ауырыу үпкәгә һәм ҡурылдайҙарға төшһә...

  Бигерәк тә иммунитеты насар кешеләр яфалана, ауырыу үтеү түгел, төпкәрәк китеп, тағы ла көсәйеү ҡурҡынысы бар. Мәҫәлән, тәүҙә тамаҡ ауырта, унан йүткертә башлай, унан инде йүткерек ҡурылдайҙарға һәм үпкәгә күсеүе ихтимал. Был осраҡта табипҡа күренеп,  етди һәм ентекле дауаланыу талап ителә. Түбәндәге төнәтмәләр ҙә   ярҙам итер.

  1. Был шифалы төнәтмәне әҙерләү өсөн бер литр ҡайнар һыуға бер стакан балан емешен һалып, талғын утта 10 – 20 минут быҡтырырға. Һуңынан термосҡа ҡойоп, йәнә ике сәғәт тоторға. Әҙер булғас, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп, көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан төнәтмәгә бер балғалаҡ бал ҡушып эсергә.
  2. Таҙартылған торманы (редька) ваҡ ҡырғыста ҡырып, марля аша һутын һығып алырға. Тын юлдарынан ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн, ас ҡарынға ике ҡалаҡ һутҡа бал ҡушып эсергә. Һөҙөмтәһе яҡшыраҡ булһын өсөн, халыҡ медицинаһы уны ҡулланыр алдынан ғына әҙерләргә ҡуша.
  3. Үпкәләрҙе һәм бронхаларҙы таҙартырға үләндәр төнәтмәһе әҙерләү өсөн бер өлөш үгәй инә үләне, әнис емеше, ике өлөш кейәү үләне, бесәй тырнағы тамыры алына. Бынан тыш, биш өлөш татлы тамыр үләненең тамырын әҙерләргә. Бөтә компоненттарҙы ваҡлап, быяла банкаға һалып бутарға.  Ошо бер ҡалаҡ төнәтмәгә  бер стакан таҙартылған һыу ҡойоп,  йылы урында ике сәғәт тоторға. Ике сәғәттән һуң, уны ҡайнатып сығарып, термосҡа ҡойорға һәм бер сәғәткә ҡалдырырға. Әҙер булғас, һөҙөп алып, тәүлегенә өс-дүрт тапҡыр ас ҡарынға ¼ стакан эсергә.
  4. Шулай уҡ бер өлөш мәтрүшкә, ике өлөш бесәй тырнағы һәм үгәй инә үләненән эшләнгән төнәтәмәнең дә файҙаһы ҙур.   Уға  бер-ике балғалаҡ бал һәм ҡырғыстан үткәрелгән лимон ҡабығы ла  кәрәк булыр.  Үләндәрҙең барыһын бергә ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Бер ҡалаҡ үләндәр ҡатнашмаһына ике стакан һыу ҡойоп, талғын утта ҡайнатып сығарырға һәм термосҡа ҡойоп, ике сәғәт тоторға. Әҙер төнәтмәне марля аша һөҙөп алып, бал һәм лимон ҡабығы ҡушырға.  Был шифалы дарыуҙы көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда 100-әр грамм эсергә. Дауаланыу курсы – өс көндән туғыҙ көнгә тиклем.
Автор: Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас