Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Января , 09:47

Йыллыҡ бурыс ябай һәм аңлайышлы

Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә 2026 йылға Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексын, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологияны үҫтереү пландары һәм бурыстары тикшерелде.

Йыллыҡ бурыс ябай һәм аңлайышлыЙыллыҡ бурыс ябай һәм аңлайышлы
Йыллыҡ бурыс ябай һәм аңлайышлы

- 2026 йылда ауыл хужалығында агросәнәғәт комплексының стратегик йүнәлештәренә, етештереү һөҙөмтәлелегенә һәм инвестиция проекттарына булышлыҡ итеүгә иғтибар бүләсәкбеҙ. Бер йылға бурысы ябай һәм аңлайышлы - күләмдәр буйынса 327 миллиард һумға етеү, - тине Андрей Назаров. - Әлбиттә, сәсеүҙе уңышлы үткәреү - төп мәсьәлә. 2,6 миллион гектарҙан ашыу сәсеүлектәр планлаштырабыҙ, файҙаланылмаған 29 мең гектар самаһы һөрөнтө ерҙе әйләнешкә индерәбеҙ, ашламалар ҡулланыуҙы һәм ватан селекцияһы орлоҡтарын арттырабыҙ.

Малсылыҡта һөт һәм ит етештереүҙе арттырырға теләйбеҙ. 2030 йылға тиклем тағы ла 25 һөт-тауар фермаһын төҙөйәсәкбеҙ һәм яңыртасаҡбыҙ.

Инвесторҙар беҙҙең агросәнәғәт комплексына аҡса һалырға әҙер. 71 өҫтөнлөклө проект эшләй, 2026 йылда уларҙың 16-һын 31 миллиард һумдан ашыу суммаға тамамларға планлаштырабыҙ.

Ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ, был хатта тикшерелмәй ҙә. Техниканы һәм ҡорамалдарҙы яңыртыуға бюджеттан 860 миллион һум ҡаралған, хужалыҡтарыбыҙҙың яҙғы баҫыу эштәренә льготалы ҡыҫҡа сроклы кредиттар программаһында ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушты.

Был аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләһе. Башҡортостан илдең иң көслө аграр төбәктәренең береһе. Ерҙә ышаныслы эшләгәндә - тыныс һәм туйғансы йәшәй бөтә республика. Һәм экспортҡа ҡала, - тип йомғаҡланы һүҙен Премьер-министр.

Фото: https://vk.com/wall555400080_18442

 

Йыллыҡ бурыс ябай һәм аңлайышлы
Йыллыҡ бурыс ябай һәм аңлайышлы
Йыллыҡ бурыс ябай һәм аңлайышлы
Йыллыҡ бурыс ябай һәм аңлайышлы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас