

Благовещен район-ара прокуратураһы 23 йәшлек урындағы кешегә ҡарата енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүен хуплай. Егет икенсе тапҡыр эскән килеш транспорт сараһы менән идара итеүҙә ғәйепле тип табыла.
Судта билдәләүҙәренсә, 2025 йылдың октябрендә егет "Хендай Соната" маркалы автомобилде иҫерек килеш йөрөткән.
ДАИ хеҙмәткәрҙәре документтарҙы тикшергәндән һуң, быға тиклем дә водитель бындай осраҡ өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылғанын асыҡлай.
Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйебен танымай.
Суд уға 1 йыл холоҡ төҙәтеү эштәре төрөндә яза тәғәйенләй, эш хаҡының 15 проценты дәүләткә тотоноласаҡ, 3 йыл дауамында транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителә.
Машина хужаһына кире ҡайтарыла, ә егеттән мөлкәт хаҡына тиң 300 мең һум аҡса түләтелә, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.