Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Января , 12:00

Водитель бәләгә тарыған!

Юлдан йырынға осоп төшкән дә, көрттән үҙ аллы сыға алмаған бит!

Водитель бәләгә тарыған!Водитель бәләгә тарыған!
Водитель бәләгә тарыған!

Ишембай районында булған был хәл.

Йырындан үҙ аллы сыға алмағас, ир ярҙам һорай. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ авария урынына юллана.

Хәлдең ҡатмарлылығын аңлап, инспекторҙар машинаны ҡарҙан сығарыу өсөн участканы таҙартырға махсус техника саҡырта, водителде патруль машинаһына ултыртып торалар.

Водитель РФ ЭЭМ Ишембай районы буйынса Юл-патруль хеҙмәте бүлеге командиры Айрат Ғәббәсовҡа һәм ошо уҡ бүлектең дәүләт юл күҙәтеүе инспекторы Александр Мишаковҡа оператив һәм профессиональ эш итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Был осраҡ Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең һәр саҡ ярҙамға килергә һәм юл хәүефһеҙлеген тәьмин итергә әҙер булыуын тағы бер тапҡыр раҫлай.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@mvd_rb

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас