БашУГМС мәғлүмәттәре буйынса, 22 ғинуарҙан 26-на тиклем республикала уртаса һауа температураһы климат нормаһынан 6-12° түбән буласаҡ.
Һауа температураһы төндә -20, -25° алып -24, -29° тиклем, урыны менән -30, -35° тиклем, көндөҙ -12, -17° алып -15, -20° тиклем, төньяҡ райондарҙа -25° тиклем түбәнәйә. Урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ.
Йортта янғын сығыуҙан һаҡланыу өсөн БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренән кәңәштәр:
1. Йылытыу ҡоролмаларын йорт йыһаздарынан, ҡорғандарҙан һәм карауаттан алыҫ ҡуйығыҙ. Ҡулдан эшләнгән һәм боҙолған приборҙарҙы ҡулланмағыҙ. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
2. Электр селтәренә артыҡ көсөргәнеш төшөрмәгеҙ, бигерәк тә бер нисә йылытҡысты бер юлы ҡуйып.
3. Мейестәрҙе бензин йәки башҡа еңел янып китеүсе шыйыҡсалар менән тоҡандырмағыҙ. Яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Төтөн торбаларын даими таҙартығыҙ.
4. Әҙерләнгән ризыҡты плитәлә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.
Ныҡ өшөү билдәләре: тире ағара, һиҙгерлеген юғалта. Өшөгән ерҙәрҙе ҡар менән ышҡымағыҙ! Йылы урынға инегеҙ, йылы сәй эсегеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең берҙәм саҡырыу телефоны - 112.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!