Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар , 17:43

Шок: Өфөлә теракт әҙерләгәндәр!

Енәйәттә ғәйепләнеүсе мигранттарҙы әлдә тотҡандар!

Шок: Өфөлә теракт әҙерләгәндәр!
Шок: Өфөлә теракт әҙерләгәндәр!

Өфөлә мигранттар полиция бүлегендә теракт яһарға ниәтләгән.
Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Үҙәк Азия илдәренең береһенең ике гражданының, Рәсәйҙә тыйылған халыҡ-ара террористик ойошма ағзаларының, Өфөлә теракт үткәрергә ниәтләгән эшмәкәрлеген туҡтата.

ФСБ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ғәйепләнеүселәр махсус хеҙмәттәрҙең иғтибарын теракт объекты итеп һайланған полиция бүлеге тураһында мәғлүмәттәр йыйыу менән йәлеп иткән. Енәйәт эше фигуранттары полиция бүлеге буйынса разведка үткәрә, автоматтар, ҡулдан шартлатҡыс ҡоролмаһын эшләү өсөн компоненттар һатып ала һәм уны йыйырға тотона.

Ҡулға алынғанда ячейка етәксеһе ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә һәм үлтерелә. Төркөмдөң икенсе ҡатнашыусыһын ҡулға алалар, уға ҡарата тикшереү эштәре алып барыла.

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса тәфтиш бүлеге террористик акт ҡылырға маташыу тураһында (30-сы статьяның 1-се өлөшө, 205-се статьяның 2-се өлөшөнөң "а" пункты) һәм террористик ойошма эшмәкәрлегендә ҡатнашыу буйынса (РФ Енәйәт кодексының 205.5-се статьяһының 2-се өлөшө) енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Фото һәм видео: https://web.telegram.org/k/#@rbc_ufa

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас