Мобилизация ваҡытында интернет йондоҙона әйләнгән Башҡортостан йырсыһы Артур Хәсәновтың ("Хәсән"дең) махсус хәрби операция зонаһында һәләк булыуы тураһындағы хәбәрҙәр буш.
"Мин иҫән-һау, имеш-мимештәргә ышанмағыҙ, зинһар", - тип яҙҙы Артур үҙенең яҙыусыларына.
Бөгөн яугир "Хәсән" МХО-ла хәрби бурыстарын уңышлы үтәп йөрөй. Ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә, бер нисә композиция сығарған, ҡыҫҡа ялында концерттарҙа һәм фестивалдәрҙә сығыш яһай.
Иҫән-һау йөрөһөн яугирҙарыбыҙ! Еңеү менән ҡайтһындар!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Артур Хәсәновтың йырсы Филюс Ҡаһиров репертуарындағы "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарған видеоһы шунда уҡ киң таралып, халыҡтың һөйөүен яуланы.
Фото: Артур Хәсәновтың сәхифәһенән.