Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Января , 09:13

Кемдәр Ҡаҙағстанға бара?

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы 23-27 февралдә Астана ҡалаһында (Ҡаҙағстан Республикаһы) үтәсәк күп тармаҡлы бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн компаниялар һайлап алыу тураһында иғлан итә.

Кемдәр Ҡаҙағстанға бара?Кемдәр Ҡаҙағстанға бара?
Кемдәр Ҡаҙағстанға бара?

Был бизнес-миссияның маҡсаты - сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү, Башҡортостан предприятиеларының Ҡаҙағстан баҙарына сығыуына булышлыҡ итеү һәм эшлекле партнерҙар араһында тура бәйләнештәр булдырыу. Сара туранан-тура һөйләшеүҙәр үткәреүҙе, баҙар үҙенсәлектәре менән таныштырыуҙы һәм Ҡаҙағстандың төп эшлекле үҙәгендә потенциаль партнерҙар менән шәхси осрашыуҙарҙы күҙ уңында тота. Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева билдәләүенсә, бындай бизнес-миссияларҙы ойоштороу - милли проект сиктәрендә эштең өҫтөнлөклө йүнәлеше. 

- Экспортерҙарға үҙ продукцияһын күрһәтеү, ихтыяжды өйрәнеү һәм ышаныслы партнерҙар табыу өсөн уникаль мөмкинлек. Беҙ конкрет һөҙөмтәгә - сеймал булмаған экспортты арттырыуға һәм Ҡаҙағстан компаниялары менән оҙайлы кооперация бәйләнештәрен булдырыуға йүнәлтелгәнбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды министрлыҡ етәксеһе.

Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта:https://pravitelstvorb.ru/news/28228/

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/28228/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас