Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар , 11:34

Көн ҡаҙағында - экологик именлек

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында 2026 йылда төбәктәге экологик хәлде яҡшыртыу һәм халыҡ өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу буйынса эш дауам ителәсәк, тип белдерелде.

Көн ҡаҙағында - экологик именлекКөн ҡаҙағында - экологик именлек
Көн ҡаҙағында - экологик именлек

Бөгөнгө көнгә республикала ҡалдыҡтар йыйыу урындарының 99,7 проценты йыһазландырылған, контейнерҙарҙың 98,7 проценты ҡуйылған. Республика Башлығы раҫлаған "юл картаһы"на ярашлы, быйыл өҫтәмә рәүештә 100-ҙән ашыу ҡалдыҡтар йыйыу урыны булдырыу, 178 майҙансыҡты реконструкциялау һәм 983 контейнер һатып алыу планлаштырыла, шул иҫәптән 653 контейнерҙы элек ҡуйылғандарҙы алмаштырыу өсөн.

Элекке кеүек үк тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһаусы объекттар булараҡ санкцияланмаған сүплектәрҙе бөтөрөү өҫтөнлөклө бурыс булып ҡала. 2026 йылда ҡалған 14 санкцияланмаған сүплекте бөтөрөү буйынса саралар күрергә кәрәк.

2026 йылдың 1-се ярты йыллығында Үрге Тәтешле ауылында сүплекте бөтөрөү буйынса эштәрҙе башҡарыусы подрядсыны һайлап алыу өсөн аукцион үткәреү планлаштырыла. Сираттағыһы - Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылындағы сүплек. Республика бюджетында план осорона 280 миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған.

Бынан тыш, 2026 йылға ҡуйылған бурыстар иҫәбендә - Баймаҡ районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонының беренсе сиратын сәнәғәт файҙаланыуына тапшырыу, Ишембай районы биләмәһендәге комплекслы объектты реконструкциялауҙы тамамлау һәм органик ҡалдыҡтарҙы компостирлау, RDF-яғыулыҡ һәм икенсел сеймал етештереү буйынса участкаларҙы файҙаланыуға тапшырыу.

Шулай уҡ Өфөлә "Аки Текс" текстиль туҡымалары, изделиелары һәм материалдары етештереү өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Туҡыма ҡалдыҡтарын һәм икенсел сеймалды регенерацияланған сүс итеп эшкәртеү һәм утилләштереү, дөйөм суммаһы 60 миллион һумлыҡ геологик өйрәнеү, киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы разведкалау һәм сығарыу маҡсатында ер аҫты менән файҙаланыу хоҡуғына 20 аукцион үткәреү, биологик төрлөлөк һәм республика әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре торошо мониторингын комплекслы тәьмин итеү, шулай уҡ уларҙы айырыуса һаҡлау буйынса сараларҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу.

Һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлау, тергеҙеү һәм рациональ файҙаланыу маҡсатында 2026 йылдың 1 кварталында 2026 - 2030 йылдарға һунарсылыҡ хужалығын үҫтереү концепцияһында ҡаралған саралар планы раҫлана.

Ташҡынды иҫкәртеү һәм ауыл биләмәләрен һәм ауыл хужалығы ерҙәрен һыу баҫыуҙан һаҡлау мөһим бурыс булып тора.

Һаҡмар һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмаларын капиталь ремонтлауҙы 2026 йылда тамамлауға 125 миллион һум күләмендә финанслау лимиты ҡаралған, эштәрҙе тамамлау ваҡыты - 2026 йылдың октябре.

Йомағужа гидроузелын этаплап капиталь ремонтлау сиктәрендә ағымдағы йылда алып килеүсе каналдың уң ауышлығын ремонтлау, якорь һәм понтондарҙы ремонтлау эштәре планлаштырылған. Финанслауҙың дөйөм күләме 45 миллион һум тәшкил итәсәк.

Егән йылғаһы үҙәнен таҙартыу буйынса эштәрҙе лә тамамлау планлаштырыла, бының өсөн 21 миллион һум күләмендә аҡса бүленгән.

Күрһәтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу тораҡ пункттарҙы һәм әйләнешкә индерелгән ерҙәрҙе һыу баҫыу хәүефен кәметәсәк, һыу объекттарының бысраныуын булдырмаясаҡ, төбәктең биологик төрлөлөгөн һаҡлап ҡаласаҡ, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы халҡының хәүефһеҙлек кимәлен һәм йәшәү сифатын арттырасаҡ.

Мәсьәләләрҙе тикшереүҙе тамамлап, Андрей Назаров Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең 2026 йылда яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү өсөн льготалы ҡыҫҡа сроклы кредиттар программаһында ҡатнашыуын тәьмин итергә ҡушты.

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына һунарсылыҡ килешеүҙәренә, шул иҫәптән һунарсылыҡ инфраструктураһы объекттарын булдырыу өлөшөнә аудит үткәрергә ҡушылды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас