Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар , 15:57

Иғтибар - ауылдарға

Ауылды социаль үҫтереү төп бурыстарҙың береһе булып тора.

Иғтибар - ауылдарға
Иғтибар - ауылдарға

Был турала Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында 2026 йылға Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексын, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экологияны үҫтереү пландары һәм бурыстары тикшерелгәндә һүҙ барҙы.

2025 йылда ауыл биләмәләрен үҫтереү дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу 6 йүнәлеш буйынса дауам итә. Бөтәһе 1 миллиард 660 миллион һумдан ашыу финанслау күләме менән 65 объект төҙөлә.

2026 йылда Әлшәй районының Раевский ауылында, Борай ауылында, Шишмә районының Еремеевка агроауылында ябыҡ һырғалаҡ төҙөлөшө дауам ителәсәк.

2025 йылдан Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" яңы милли проектын тормошҡа ашыра башлай. Төбәк ике федераль проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша: "Агросәнәғәт комплексында кадрҙар" һәм "Селекция һәм генетикала фәнни эшләнмәләрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу".

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас