Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үткән йылдың аҙағында Өфөнән 46 йәшлек ир ҡушымта аша автомобилдәр һатыу каналын таба, унда уны билдәле бер модель ҡыҙыҡһындыра. Чатта ир менән үҙен фирма хеҙмәткәре тип таныштырған ҡыҙ яҙыша. Ул "авто һайлап алыу" килешеүен рәсмиләштереү өсөн паспорт фотоһын һорай һәм таможня йыйымдарын түләү өсөн реквизиттар бирә.
Ир 600 мең һумдан ашыу аҡсаны килешеүҙе төҙөгән ҡыҙ иҫәбенә күсергәс, уға сит телдәге һатыу-һатып алыу килешеүен һәм таможня документтарын ебәрәләр.
Һуңынан зыян күреүсе менән яңы хеҙмәткәр бәйләнешкә инә, ул ҡалған сумманы түләүҙе талап итә башлай, килешеүҙе өҙөү менән янай. Баҫымға бирелеп, ир тағы 1,5 миллион һум күсерә.
Шул сумманы күсергәндән һуң өсөнсө ялған хеҙмәткәр шылтырата. Ул "утилизация йыйымдары" сифатында 660 мең һумдан ашыу өҫтәмә аҡса түләргә кәрәклеге тураһында белдерә, әммә ир баш тарта. Дәлилдәр сифатында зыян күреүсегә ялған документтар пакеты ебәрелә: "машина хужаһы ҡултамғаһы" ҡуйылған килешеү, таможня ҡағыҙҙары һәм автомобилдең автовоздағы фотоһы.
Һатып алыусы машинаны үҙе барып алырға теләүен белдергәс, уға виза кәрәклеге тураһында һөйләйҙәр һәм сик буйында "түләүле парковка" өсөн ҙур штрафтар менән янайҙар.
Яңы йыл байрамдарынан һуң, "һатыусыларҙың" аңлатмалар һәм автомобилдең актуаль фотоларын биреүҙән баш тартыуынан һуң, ир муттарҙың ҡорбанына әйләнгәнен аңлай.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә!
Мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн бер нисә ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк:
- СМС-хәбәрҙәрҙән хәүефһеҙлек кодтарын, банк картаһы мәғлүмәттәрен бер кемгә лә бирмәгеҙ һәм таныш булмаған иҫәпкә аҡса күсермәгеҙ.
- Мәғлүмәтте һәр ваҡыт тикшерегеҙ, айырыуса аҡса менән бәйле булһа, һәм баҫым аҫтында ҡарар ҡабул итеүгә ашыҡмағыҙ.
- Таныш булмаған кешеләр менән телефон аша йәки интернет аша һөйләшкәндә һаҡ булығыҙ, әгәр һөйләшеү шикле тойолһа, һөйләшеүҙе туҡтатырға оялмағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.