Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Января , 12:31

100 млн һумдан ашыу аҡса урлаған

Октябрьский ҡала суды Ханты-Манси автономиялы округынан 37 йәшлек иргә ҡарата хөкөм сығарҙы. Ул мутлашыуҙа һәм енәйәти берләшмәлә ҡатнашыуҙа ғәйепле тип табыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
100 млн һумдан ашыу аҡса урлаған100 млн һумдан ашыу аҡса урлаған
100 млн һумдан ашыу аҡса урлаған

Судта билдәләүҙәренсә, 2019 йылдың ғинуарынан 2020 йылдың ғинуарына тиклем ғәйепләнеүсе енәйәтселек берләшмәһе составында башҡа кешеләр менән берлектә улар ойошторған Интернет мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендә һанлы платформаны файҙаланып, 114 граждандан алдау юлы менән 101 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған. Улар клиенттарҙы донъя финанс биржаларында уңышлы сауҙа итеүсе виртуаль платформалар ярҙамында юғары килем вәғәҙә итеп алдаған. Алынған аҡсаны енәйәтселәр үҙҙәре теләгәнсә тотона.

Суд иргә дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 4 йыл 6 айға иркенән мәхрүм итеү, шулай уҡ килтерелгән зыян суммаһын түләтеү рәүешендә яза тәғәйенләй. Уның иҫәп-хисап иҫәбенә арест һалынған.

Енәйәт берләшмәһенең тағы өс ҡатнашыусыһына, шул иҫәптән уның ойоштороусыһына ҡарата енәйәт эштәре судта ҡарала. Был турала Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова