

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, билдәһеҙ ир бәлиғ булмаған ҡыҙға шылтыратып, үҙен ташыу хеҙмәте курьеры тип таныта. Ул посылканың килеүе тураһында хәбәр итә һәм уны алыу өсөн смс-хәбәрҙән кодты әйтергә ҡуша. Ҡыҙ, алдауҙы һиҙмәйенсә, һандарҙы әйтеп бирә.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң уға ялған "Дәүләт хеҙмәттәре", "Росфинмониторинг", "ФСБ" вәкилдәре шылтырата башлай. Мутлашыусылар уның порталдағы аккаунты ватылған, ә әсәһе исеменән ышаныс ҡағыҙы төҙөлгән, тип раҫлай, был аҡсаны дуҫ булмаған дәүләткә күсерергә маташыуҙарға килтерә ала, тип ҡурҡыта.
Ҡото осҡан ҡыҙ, аферистарҙың һүҙенә тулыһынса ышанып, уларҙың йоғонтоһо аҫтында өйҙән әсәһенең 640 мең һумдан ашыу аҡсаһын ала һәм билдәһеҙ иҫәпкә күсерә.
Хөрмәтле граждандар! Полиция һеҙҙең иғтибарлы булыуығыҙҙы һорай:
- таныш булмаған кешеләр менән телефон аша һөйләшеүҙәр алып бармағыҙ, айырыуса һүҙ аҡса тураһында булһа;
- сит кешеләргә шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм банк картаһы реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ;
- билдәһеҙ кешеләргә смс-хәбәрҙәр аша килгән кодтарҙы бирмәгеҙ.
Муттарҙан һаҡланыр өсөн иң яҡшы сара - таныш булмаған кешеләр менән һөйләшеүҙе шунда уҡ туҡтатыу!
Ошо хаҡта яҙған Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте, балаларға интернет хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен аңлатыу, мәғлүмәтте тәнҡит күҙлегенән баһаларға һәм шикле тәҡдимдәргә ышанмаҫҡа өйрәтеү мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Нисек итеп әсәнең ҡыҙын аҡсанан яҙҙырыу хаҡында яҙманы уҡырға кәңәш итәбеҙ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-01-20/s-y-yn-a-sa-ynan-ya-yr-an-4544231
Ә был яҙма 62 йәшлек ҡатындың муттарҙы байытыуы тураһында: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-01-20/fsb-nan-shyltyratam-4544221
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.