

Күмертау ҡалаһының Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләрҙе бәрҙергән водителде яуаплылыҡҡа тарттырҙы, тип хәбәр итә баш автоинспектор Владимир Севастьянов.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, юл-транспорт ваҡиғаһы Пушкин урамында булған.
ВАЗ-2110 автомобиле водителе, тиҙлеген кәметмәйенсә, ике бәләкәй ҡыҙы менән юлдың хәрәкәт итеү өлөшө көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеленән үтеп барған әсәне тапай яҙа.
Водитель, зыян күреүселәргә ярҙам итмәйенсә, юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡаса.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә санала ултырған ике йәшлек бала менән эргәһендә килгән алты йәшлек ҡыҙ йәрәхәтләнә. Өлкән ҡыҙҙы күп һанлы яралар менән дауаханаға оҙаталар.
Авария урынында автомобилдең алғы бамперы ҡала. Эҙләү саралары барышында автомобиль юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан алыҫ түгел ерҙә табылған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре машина хужаһын асыҡлай һәм уны оператив рәүештә ҡулға ала.
Ҡанун боҙоусы - иҫереклек билдәләре менән 23 йәшлек урындағы кеше, ул тәүҙә үҙенең автоһәләкәткә ҡатнашлығын инҡар итә, әммә һуңынан ғәйебен таный.
Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан иҫерек булыу-булмауға медицина тикшереүе үтергә тәҡдим ителә, әммә егет баш тарта.
Уға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.26 статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ материал төҙөлә.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырған өсөн суд ҡарары менән водитель 14 тәүлеккә ҡулға алыу рәүешендә административ язаға тарттырыла.
Шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан балаларҙың һаулығына зыян килтереү факты буйынса административ тикшереү үткәрелә, экспертиза йомғаҡтары буйынса һаулыҡҡа зыян килтереүҙең ауырлығы билдәләнә. Уның һөҙөмтәләре буйынса водителгә ҡарата процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Дәүләт автоинспекцияһы иҫкәртә: транспорт менән иҫерек килеш идара итеү водителдең һаулығына ғына түгел, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ла хәүеф тыуҙыра. Әгәр ҙә һеҙҙә иҫерек водитель тураһында мәғлүмәт булһа, битараф ҡалмағыҙ - Дәүләт автоинспекцияһының @GIBDDRB_02bot чат-боты ярҙамында йәки 8(347)-279-32-92 йәки 02 (мобиль телефонынан 102), 112 номерҙарына хәбәр итегеҙ.
Фото һәм видео: https://web.telegram.org/k/#@V_Sevastyanov