Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар , 07:50

Инвалид ветерандарға уңайлы кейем

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға – инвалид хәрби хәрәкәттәр ветерандарына адаптив кейем комплекттарын тапшырыу тантанаһы үтте.

Инвалид ветерандарға  уңайлы кейемИнвалид ветерандарға  уңайлы кейем
Инвалид ветерандарға уңайлы кейем

 Реабилитация һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн махсус кейемде  «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина тапшырҙы.   Билдәле булыуынса, фонд былтырға йылдан башлап МХО яугирҙарына  адаптив кейем бирә башланы. Эксперт советы һәр ветерандың мөрәжәғәтен физик ихтыяждарын иҫәпкә алып, тейешле вариантты һайлап алыу өсөн шәхсән ҡарай. Егеттәр  үҙенә ярашлы кейем үлсәмен, төҫөн, моделен һайлай.
– Инвалидтарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған программа сиктәрендә 80-дән ашыу инвалидтарға махсус операция ветераны өҫ кейеме комплекттары алды. Тағы ла  200-ҙән ашыу кеше заявка биргән.

Программаның маҡсаты - инвалидлығы булған бөтә махсус операция ветерандарын яраҡлаштырылған кейем менән тәьмин итеү,  – тип билдәләй «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Кейем алыусылар араһында Хәйбулла районынан Юлдаш Абдуллин да бар. 2023 йылда ул Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Фронттың Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә ҡатнаша. 2024 йылдың 3 февралендә төркөм составында хәрби бурысты үтәү өсөн Терна ҡалаһы яғында булғанда  Юлдаш Абдуллин һул ҡулын яралай, 2024 йылдың сентябрендә, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, хәрби хеҙмәттән бушатыла. Яуҙа күрһәткән атырлығы өсөн  А.Суворов миҙалы менән бүләкләнгән.

Юлдаш Рәсүл улы әүҙем тормош алып бара, ауыл биләмәһенең ижтимағи тормошонда даими ҡатнаша.

  Сара барышында шәхси хәрби компанияларҙың элекке хеҙмәткәрҙәренә хәрби хәрәкәттәр ветерандары танытмалары, фонд филиалы партнерҙарына рәхмәт хаттары ла  тапшырылды.

                                                                                     З.ХӘСӘНОВА.

Инвалид ветерандарға  уңайлы кейем
Инвалид ветерандарға  уңайлы кейем
Инвалид ветерандарға  уңайлы кейем
Инвалид ветерандарға уңайлы кейем
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас