

БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мәләүездә йәшәүсе ҡатын иҫерек килеш руль артына ултырған өсөн сит ил автомобиленән мәхрүм ителгән:
- Судта билдәләүҙәренсә, 2025 йылдың октябрендә ҡатын иренең "Хундай Санта Фе" маркалы автомобилен йөрөткәндә ДАИ хеҙмәткәрҙәре уны Мәләүездең Аксаков урамында туҡтата.
Полиция тарафынан үткәрелгән тикшереү уның иҫерек торошон күрһәтә. Ҡатын быға тиклем дә шундай осраҡ өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен таныған.
Мәләүез район суды уға 210 мең һум күләмендә штраф һәм 2 йылға транспорт саралары менән идара итеү менән бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләй. Автомобиль конфискациялана һәм дәүләт килеменә әйләнә.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@bashproc