

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, Өфө ҡалаһы буйынса 2-се полиция бүлегенә 62 йәшлек ҡатын мутлашыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итә.
Һөйләүенсә, уға мессенджерҙа предприятиеның баш инженерынан, ә ысынында иһә билдәһеҙ кешенән, хеҙмәткәрҙәрҙе тикшереү тураһында хәбәр килгән.
Артабан "Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенән" ялған шылтыратыу була. ФСБ-шник сит илгә аҡса күсерергә маташыу, шәхси мәғлүмәттәрҙең таралыуы һәм эске тикшереү башланыуы тураһында әйтә, был хаҡта башҡаларға хәбәр итеүҙе тыя. Бынан тыш, шылтыратыусы ҡатындың бөтә аҡсалары Үҙәк банк тарафынан тартып алынасағы, шуға күрә булған аҡсаларын "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереүҙе талап итә.
Енәйәтселәр зыян күреүсегә һәр ваҡыт бәйләнештә булырға һәм бөтә ғәмәлдәре хаҡында хәбәр итергә ҡуша. Ҡурҡҡан ҡатын 2,5 миллион һум самаһы сумманы аферистарҙың иҫәбенә күсерә.
Ялған хеҙмәткәрҙәрҙең күп тапҡыр шылтыратыуҙарынан һуң ғына зыян күреүсе мутлашыу тураһында уйлай башлай, уларҙың шылтыратыуҙарына яуап бирмәй һәм полицияға мөрәжәғәт итә.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн бер нисә ябай, әммә мөһим ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәклеге тураһында ҡат-ҡат иҫкәртә: смс-хәбәрҙәрҙәге хәүефһеҙлек кодтарын, банк картаһы мәғлүмәттәрен бер кемгә лә бирмәгеҙ һәм таныш булмаған иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ. Мәғлүмәтте һәр ваҡыт тикшерегеҙ, айырыуса аҡса менән бәйле булһа, һәм баҫым аҫтында ҡарар ҡабул итеүгә ашыҡмағыҙ. Таныш булмаған кешеләр менән телефон аша йәки интернет аша һөйләшкәндә һаҡ булығыҙ, әгәр һөйләшеүегеҙ шикле тойолһа, һөйләшеүҙе туҡтатырға ҡурҡмағыҙ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.