Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар , 11:25

Өфө циркы төҙөкләндереләсәк

Башҡортостандың мәҙәни тормошонда иң көтөп алынған ваҡиға – быйыл Өфө дәүләт циркын реконструкциялау башлана.

Өфө циркы төҙөкләндереләсәк
Өфө циркы төҙөкләндереләсәк

Ошо маҡсатҡа 869,4 миллион һум аҡса  бүлеү күҙаллана. Октябрь проспектындағы авария хәлендәге бина 2017 йылдан алып ябылғайны. Республикала бер ҡасан да цирк тамашаларын күрмәгән балалар быуыны үҫеп етте. Хәҙер уларға 9 –11 йәш.

Яңы йылда төбәктә мәҙәниәтте үҫтереүгә федераль ҡаҙнанан бөтәһе 1,6 миллиард һум йүнәлтеләсәк. Шуның яҡынса 571,8 миллион һумы - тура федераль ярҙам. Был уҙған йылға ҡарағанда, 2,2 тапҡырға күберәк. Был аҡсаға Сибай драма театрын, Салауат Юлаев музейын модернизациялау, Салауатта балалар сәнғәт мәктәбен, Нефтекама филармонияһын һәм ике муниципаль китапхананы капиталь ремонтлау ойоштороласаҡ. Тәүге тапҡыр Үрге Ҡыйғы ауылында балалар сәнғәт мәктәбе төҙөлә башлаясаҡ.

 «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса республикала 100-гә яҡын ауыл мәҙәниәт йорто яңыртылып, 9 театрҙа спектаклдәр ҡуйыласаҡ.

Автор: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас