Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар , 16:16

Эш судҡа йүнәлтелгән

Башҡортостанда енәйәт иерархияһында юғары урын биләү һәм бер нисә ауыр енәйәт ҡылыу тураһында енәйәт эше судҡа ебәрелгән

Эш судҡа йүнәлтелгәнЭш судҡа йүнәлтелгән
Эш судҡа йүнәлтелгән

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының айырыуса мөһим эштәрҙе тикшереү буйынса беренсе бүлеге 18 йәштән 47 йәшкә тиклемге дүрт кешегә ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы. Һәр береһенең роленә һәм ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, улар енәйәт иерархияһында юғары урын биләүҙә, көс һәм ҡорал сифатында ҡулланылған әйберҙәрҙе файҙаланып хулиганлыҡта, шулай уҡ аңлы рәүештә һаулыҡҡа уртаса ауырлыҡтағы зыян килтереүҙә ғәйепләнә.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, 47 йәшлек ғәйепләнеүсе, криминаль статусҡа эйә булып, 2022 йылдың ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы территорияһында енәйәт иерархияһында юғары вазифа биләгән. Ул ойоштороу-идара итеү функцияларын тормошҡа ашыра, криминаль йүнәлешле кешеләрҙең хоҡуҡҡа ҡаршы эшмәкәрлеген координациялай, аҡса йыйыу һәм бүлеүҙе контролдә тота, уның криминаль йоғонто зонаһының айырым участкалары өсөн яуаплыларҙы тәғәйенләй, шулай уҡ енәйәтсел мөхит вәкилдәре араһында конфликтлы хәлдәрҙе хәл итә.

Бынан тыш, 2022 йылдың майында Ейәнсура районының бер тораҡ пунктында кафела 47 йәшлек ғәйепләнеүсе менән урындағы кеше араһында көнкүреш низағы була. Артабан фигурант автомобилендә юл буйлап килгән оппонентын эҙләп таба һәм ике танышы менән бергә уны ныҡ иткәнсе туҡмай, һөҙөмтәлә зыян күреүсенең һаулығына уртаса ауырлыҡтағы зыян килтерелә.

Тикшереүҙәр шулай уҡ 2024 йылдың июлендә Иглин районының Көҙәй ауылында ғәйепләнеүселәрҙең һыу буйында ял иткән ғаилә менән конфликтҡа инеүе асыҡлана. Бынан һуң улар зыян күреүселәрҙең өйҙәренә тиклем барып етә, унда мөнәсәбәттәрҙе асыҡлауҙы дауам итәләр һәм дүрт кешене туҡмай, газ пистолетын күрһәтеп һәм һуғышсан тоҡомло эт менән ҡурҡытып, үлтереү менән янайҙар. Фигуранттарҙың ғәмәлдәре арҡаһында ике ирҙең һаулығына уртаса ауырлыҡтағы зыян килтерелә.

Ғәйепләү һығымтаһы раҫланған енәйәт эше республиканың Юғары судына ҡарау өсөн ебәрелгән.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@sledcom02

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас