Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ғинуар , 15:25

МХО яугирҙарына автомобиль!

Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов яҡташтарының МХО яугирҙарына ярҙамы хаҡында яҙҙы.

МХО яугирҙарына автомобиль!
МХО яугирҙарына автомобиль!

- Районыбыҙҙың эшҡыуарлыҡ берләшмәһе йәнә үҙенең яҡташтарына тоғролоғон иҫбатланы, - тип яҙа Фәнүр Шәйхисламов. - Фидан Ғәлимйән улы Балағотдинов һәм Фәнис Юрис улы Хәлитов батырлыҡ һәм битараф булмау өлгөһө булып тора.

Меценаттар МХО ихтыяждары өсөн 330 мең һумлыҡ биш ишекле "Нива" автомобилен һатып ала. Техника ауыр шарттарҙа алғы һыҙыҡтағыларҙы һынатмаһын өсөн, улар өҫтәмә рәүештә 20 мең һум аҡса бүләләр һәм бакты бензин менән тултыралар.

Транспортты юлға әҙерләгән оҫталарыбыҙға айырым рәхмәт. Рамил Әхмәтдинов һәм Наил Хөсәйенов машинаның һәр төрлө бурыстарға әҙер булыуы өсөн ремонт һәм тулы техник хеҙмәтләндереү үткәрә.

Автомобиль "Ермак" позывнойлы (Арыбаш ауылынан) һорауы буйынса һатып алынған. Техниканы фронтҡа "Мин" позывнойлы яугир алып бара, ул бер туған ағаһы менән иңгә-иң терәшеп Ватанды һаҡлай.
Фидан Ғәлимйән улы һәм Фәнис Юрис улына, шулай уҡ беҙҙең оҫталарға дөйөм Еңеүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! "Мин"гә, уның ағаһы "Ермак"ка һәм беҙҙең бөтә егеттәргә уңыштар, ныҡлы тыл һәм тиҙерәк өйҙәренә иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/fshaikhislamov

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас