Конкурста республикала һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, башҡорт телендә һөйләшкән ғаиләләр ҡатнаша ала.
Ҡатнашыусыларға өс номинация тәҡдим ителә:
«Ғаилә ижады»;
«Ғаилә кәсебе»;
«Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре».
Шулай уҡ «Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе», «Күп балалы башҡорт ғаиләһе» тигән махсус номинациялар бар.
Конкурс өс этапта үтә. Беренсе муниципаль этап – 23 ғинуарға, икенсе зона этабы – 23 ғинуарҙан 10 февралгә, өсөнсө республика этабы 11 февралдән 20 февралгә тиклем ойошторола. Еңеүселәрҙең исемдәре 1 мартта Стәрлетамаҡта Башҡорт ғаиләһе көнөндә иғлан ителә.
Ғаризаларҙы «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2026» билдәһе менән 23 ғинуарға тиклем ебәрергә мөмкин.
Конкурстың ойоштороусылары – Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Стәрлетамаҡ бүлексәһе, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте, Стәрлетамаҡтың дәүләт концерт-театр берекмәһе.